Ваҡ сәпсәү
Ваҡ сәпсәү
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Арыш турғайы һымаҡтар
Ғаилә: Куликтар
Суб-ғаилә: Арыш турғайы һымаҡтар
Ырыу: Сәпсәүҙәр
Төр: Ваҡ сәпсәү
Латинса исеме
Charadrius dubius
Scopoli, 1786
ITIS 176529
NCBI 225396

Ваҡ сәпсәү, aҡмуйын сәпсәү, ҡашҡа сәпсәү (малый зуек).

Charadrius dubius
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 144097

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Сыйырсыҡтан бәләкәйерәк. Башҡа сәпсәүҙәргә ҡарағанда сағыштырмаса ҡыҫҡа аяҡлы һәм ҡыҫҡа суҡышлы ҡош. Ерҙән етеҙ йүгерә, туҡтап, сүгеп-сүгеп ала. Түбәһе һәм һырты ҡара-көрән. Күҙҙәре аша һәм муйынынан ҡара һыҙаттар үтә. Маңлайында бәләкәй генә аҡ тап бар. Башҡа ваҡ сәпсәүҙәрҙән муйынындағы ҡара һыҙаты менән айырыла.

Тауышы үҙгәртергә

Моңло һыҙғыра: «түүүй».

Йәшәү рәүеше үҙгәртергә

Ҡомло һәм ҡырсынлы күл, йылға буйҙарында йәшәй, һыу бөжәктәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһын ерҙә ҡора. Ҡара-көрән таплы 4 бөртөк йәшкелт йәки зәңгәр төҫтәге йомортҡаһы була.