Бола́н (лат. Cervus) — ҡуш тояҡлы, тармаҡ мөгөҙлө, көйөшлө эре хайуан[1]. ҡуш тояҡлылар отрядының боландар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе.

Таралышы үҙгәртергә

Евразияла, Төньяҡ Америкала, Төньяҡ‑көнбайыш Африкала таралған. 19 быуаттың 1‑се яртыһына тиклем барлыҡ Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы буйлап таралған була, 1941—42 йылдарҙа «Башҡорт» ҡурсаулығы биләмәһенә Алтайҙан килтерелгән 39 хайуан ебәрелә, улар климат шарттарына уңышлы яраҡлаша. Ҡыраҡа һәм Уралтау һырттарының япраҡлы, ҡатнаш урмандарында һәм тау далаларында тереклек итә.

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Кәүҙә оҙонлоғо 240 см, мундаһының бейеклеге 155 см, ауырлығы 300 кг, инә зат вағыраҡ. Төҫө йәйен ерәнһыу‑көрән, ҡышын — һорғолт йәки көрән, өҫкө ирене, ҡорһағы, аяҡтары һәм ҡойроҡ эргәһе «көҙгөһө» аҡ төҫтә. Башы ҙур, оҙонса, асығыраҡ төҫтә, ата М. тармаҡлы мөгөҙлө (9 тармаҡҡа тиклем), улар март—апрель һалына, яңылары июлгә үҫеп сыға. Ҡолаҡтары ҙур, овал формала. Муйыны ҡыҫҡа, аҫ яҡтан оҙон төк м‑н ҡапланған. Аяҡтары оҙон, тояҡтары киң. Ҡойроғо 15 см.

Үрсеүе үҙгәртергә

Полигам. Енси яҡтан 15—16 айҙа өлгөрә. Тимгелле 1, һирәк осраҡта 2 быҙау тыуҙыра. 15—16 (һирәк осраҡта 20) йыл йәшәй.

Йәшәйеше үҙгәртергә

Башлыса иртән һәм кисен туҡлана. Үлән һәм ағас‑ҡыуаҡ үҫемлектәр, лишайниктар, бәшмәктәр, ҡышын — ағас ҡабығы, бесән, имән сәтләүеге менән туҡлана. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)