Аҡ сәпсек
Аҡ сәпсек
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Турғай һымаҡтар
Ғаилә: Сәпсектәр
Ырыу: Сәпсектәр
Төр: Аҡ сәпсек
Латинса исеме
Motacilla alba
Linnaeus, 1758
ITIS 178476
NCBI 45807

Аҡ сәпсек (кәмәрсек, кәмәрсен, боҙтишкес, сәберсәк, сәбәрсен) (лат. белая трясогузка, лат. Motacilla alba) — Австралиянан башҡа бөтә илдәрҙә йәшәй, бөжәктәр менән туҡлана, йорт тирәһендә йыш оялай, ерҙә йөрөгәндә ҡойроғон һелкетеп йөрөй торған ҡаралы сыбар аҡ сәпсек.

Motacilla alba

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Турғай ҙурлыҡ. Оҙон ҡойроҡло һәм төҙөк кәүҙәле матур ҡош. Ҡойроғон өҙлөкһөҙ бәүелтеп, туҡтай-туҡтай йүгереп йөрөй. Арҡаһы, аҡһыл һоро, түбәһе, елкәһе ҡуйы һоро. Тамағы, түше, ҡанаттары һәм ҡойроғо ҡара. Ҡанаттарында, ҡойроғоноң ике яҡ ситендә аҡ һыҙыҡтар бар, ҡорһаҡ яғы аҡ. Башҡа сәпсектәрҙән. дөйөм аҡ төҫө менән айырыла.

Тауышы үҙгәртергә

Тауышы яңғырауыҡлы: «тити-түри», «тирлит».

Йәшәү рәүеше үҙгәртергә

Йылға буйҙарында йәшәй. Бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң таралған. Таш араларында, ағас ҡыуыштарында, иҫке ҡоролмаларҙа оялай, һоро таплы 5—6 бөртөк аҡ йомортҡаһы була.

Галерея үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90

Һылтанмалар үҙгәртергә