Аҡҡанат сарлаҡ
Аҡҡанат сарлаҡ
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Көйөлдө һымаҡтар
Ғаилә: Сарлаҡтар
Ырыу: Һаҙ сарлаҡтары
Төр: Аҡҡанат сарлаҡ
Латинса исеме
Chlidonias leucopterus
(Temminck, 1815)
ITIS 176958
NCBI 297806

Аҡҡанат сарлаҡ(урыҫ.Белокры́лая боло́тная кра́чка) (лат. Chlidonias leucopterus) — Европала таралған ҡош.

Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 144268
Аҡҡанат сарлаҡ йомортҡалары


Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Күгәрсендән бәләкәйерәк. Йоплашып (парлашып), күмәкләшеп йылға һәм күл өҫтөнән осоп йөрөйҙәр. Дөйөм төҫө йәшкелт ялтырауыҡлы ҡара. Ҡанаттары аҡһыл һоро, төпкә ҡарай ағара бара, ә төбө ап-аҡ. Суҡышы ҡара-ҡыҙыл, аяҡтары ҡыҙыл. Ҡойроғо бер аҙ ярылған, уның өҫтө аҡ. Башҡа сарлаҡтар менән бутау мөмкин түгел

Тауышы үҙгәртергә

Тауышы яңғырауыҡлы: «криии» һәм «кик-кик».

Йәшәү рәүеше үҙгәртергә

Түңгәкле һаҙлыҡтар, үлән һәм ҡамышлы күлдәр, ҡылыларҙа йәшәй. Һирәк осрай. Күсмә ҡош. Ояһы ерҙә, түңгәктәрҙә була. Ҡара көрән таплы 1-3 бөртөк йәшкелт һоро йомортҡа һала.

Туҡланыуы үҙгәртергә

Һыу бөжәктәре, ҡусҡар, һөлөк, сиңерткә, ҡуңғыҙҙар менән туҡлана.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә