Аҡ

аҡ төҫө (мәҫәлән, һөт)

Аҡ - төҫ

Төҫ
Аҡ Һоро Ҡара Ҡыҙыл Ал Һары Йәшел Зәңгәр Күк

Башҡорттарҙа аҡ сафлыҡ,изгелек, яҡтылыҡ образы. Аҡ һүҙе башҡорт телендә бына нисек ҡулланыла:

  • Аҡһаҡал — хөрмәт ҡаҙанған ихтирамлы оло кеше
  • Аҡ уй - изге уй
  • Аҡ өй - ҡунаҡ өйө
  • Аҡ донъя - рәхәт донъя
  • Аҡ йылан - йыландар батшаһы
  • Аҡ бабай - ололау һүҙе
  • Аҡбәйел - яҡшы күңелле кеше
  • Аҡ бәпәй итеү - баланы иркәләү, һөйөү һ.б.

Һүҙбәйләнештәр күрһәтеүенсә, аҡ һүҙе ысынлап та яҡшы тойғолар менән бәйле. Мифологияларҙа аҡ һүҙе булған заттар изге кешегә бәхет килтереүсе, уны ҡурсалаусы итеп һүрәтләнә. Мәҫәлән: аҡ йылан алдына яулыҡ һалһаң ул мөгөҙөн һала. Шул мөгөҙҙө тотҡан, күргән кеше бәхетле була тип ышаныу әле лә йәшәй. Аҡ менән бәйле бик күп тыйыуҙар ҙа бар: аҡты, йәғни һөт- ҡатыҡты, түгергә, сәсергә, тапарға ярамай; аҡ йыланда, аҡҡошто үлтерергә ярамай.

Төш юрауҙарында ла "аҡ тун кейһәң һөйөнөрһөң, аҡ әйбер алһаң ҡыуанырһың" тип юрағандар.

Килеп сығышы яғынан аҡ боронғо ҡомартҡыларҙағы төрки аҡ һүҙе менән бәйле.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Фирҙәүес Хисамитдинова. Башҡорт мифологияһы.