Ағас йырғыстар
Ағас йырғыстар
Ағас ҡарышлауығы
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Быуантыҡ аяҡлылар
Класс: Бөжәктәр
Отряд: Күбәләктәр
Подотряд: Томшоҡлолар
Ғаилә: Ағас йырғыстар
Латинса исеме
Cossidae Leach, 1815
ITIS 117906
NCBI 186108

Ағас йырғыстар (Cossidae) — ҡарышлауыҡтары емеш ағастарын йырғыслап бик ныҡ зарар килтерә торған, төнгө эре күбәләктәр ғаиләһе[1].800 ләп төрө билдәле.

[ Эҫле ағас йырғыс Cossus cossus, күбәләк
Эҫле ағас йырғыс Cossus cossus, ҡарышлауыҡ
Mormogystia brandstetteri



Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Эҫле ағас йырғыс — ҙур кәүҙәле күбәләк. Ҡанат йәйеме 8 см-ға ҡәҙәр, көрән төҫтә, аҡ һәм ҡара һыҙыҡтары бар. Личинкаларының оҙонлоғо 12 см-ға ҡәҙәр, өҫтө ҡуйы ҡыҙыл, аҫты һары төҫтә, зәһәр еҫле. Ғәҙәттә 3 йыл үҫә, кәүҙәнең аҫҡы өлөшөн киң һәм тирән юлдар яһап кимерәләр. Дала зонаһында ултыртылған ағастарҙа осорайҙар, тал, алмағас һ.б. ағастарға урынлашалар.

Батынҡы ағас күбәләге — уртаса ҙурлыктағы күбәләк (4 см-ға ҡәҙәр). Ҡанаттары аҡ төҫтә, ҡара төркөләре бар, ҡорһағы ҡара төҫтә, буй-буй аҡ һыҙыҡлы. Личинкаһы (ҡорто) аҡ төҫтә, ҡара таптары бар, япраҡлы ағастар үҙағасында үҫә. Ике төр күбәләк тә май айыннан август айына ҡәҙәр оса, емеш ағасларына зыян килтерергә мөмкин.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)

Сығанаҡ үҙгәртергә