Амазо́нка (исп. һәм порт. Amazonas) — Көньяк Америкала урынлашҡан донъялағы иң тулы һыулы йылға. Мараньон һәм Укаяли йылғалары ҡушылыуҙан барлыҡҡа килә. Амазонканың оҙонлоғо фәнни йәмғиәттә бәхәсле мәсьәлә булып тора һәм төрлө үлсәүҙәр буйынса төрлөсә: Мараньон йылғаһының инешенән — 6400 км[1], от истока реки Апачет — 6992 км[2], Апас йылғаһының шишмәһенән — 6992 км[1], Укаяли шишмәһенән 7100 км самаһы. Амазонка үҙенең оҙон сығанаҡтары менән Нил менән бергә донъялағы иң оҙон һыу ағымы статусына дәғүә итә, шулай уҡ бассейн майҙаны һәм тулылығы буйынса донъяла иң ҙур йылға булып тора. Йылғаның йыллыҡ ағымы 6937,92 км³ тәшкил итә, йәғни ул тәүлегенә яҡынса 19 км³ һыу сығара.

Амазонка
Amazonaz
Амазонка бассейны
Амазонка бассейны
Буйлап аҡҡан территориялар Амазон уйһыулығы
Йылға башы Мараньон менән Укаяли ҡушылған урын
Йылға тамағы Атлантик океан
Оҙонлоҡ 6400 км
Бассейн майҙаны 7180 мең км²
Йылға һөҙәклеге м/км
Йылға башы бейеклеге м
Йылға тамағы бейеклеге м
Һыу сығымы 220 мең м³/с

Бассейн майҙаны, Токантинс ҡушылдығын иҫәпкә алғанда — 7180 мең км²[1]. Был Уругвай һәм Паран йылғалары бассейндарынан шаҡтай артыҡк (4140 мең км²) һәм Конго (яҡынса 3700 мең км²).

2011 йылда Бөтә донъя конкурсы нәтижәләре буйынса Амазонка донъяның ете мөғжизәһе тип билдәләнде[3].

Амазонка бассейнының иң ҙур өлөшө Бразилияла, көньяҡ-көнбайыш өлөшө Боливия, Перу, Эквадор һәм Колумбияла. Күпселек өлөшө Амазонка түбәнлеге буйынса экватор йүнәлешендә ағып, Амазонка Атлантик океанға ҡоя һәм доньяла иң ҙур дельта (100 меңдән артыҡ км² майҙаны һәм донъяла иң ҙур йылға утрауҙарының береһен — Маражо утрауын барлыҡҡа килтерә.

Амазонканы күп һанлы ҡушылдыҡтар туйындыра; 20 ҡушылдыҡтың оҙонлоғо 1500 км-ҙан артыҡ түгел. Иң эре ҡушылдыҡтары уң яҡтан — Журуа, Пурус, Мадейра, Тапажос, Шингу, Токантинс; һул яҡтан — Иса, Жапура, Риу-Негру.

Бразилия Милли обсерваторияһының геофизика департаменты мәғлүмәттәре буйынса, Амазонка менән бер йүнәлештә, әммә 4 км тирәнлектә ер аҫты һыуҙары мелән туйына торған Хамза (Hamza) йылгаһы аға. Уның ағымы 3 мең м³/с[6] тип билдәләнә.

Һыуҙың уртаса йыллыҡ сығымы 7280 км³ (яҡынса 230 мең м³/с) (70 тән алып 300 мең м³/с -ҡа тиклем һәм күберәк). Был бөтә донъя океанына ҡоя торған бөтә йылғаларҙың дөйөм ағымының 18 %- ын тәшкил итә. Амазонка йыл буйы мул һыулы, сөнки ағымдың миҙгелле тирбәләнеше уның уң һәм һул ҡушылдыҡтарында ямғырҙар осоро етеү менән тигеҙләшә. Тотороҡло аҡымы 900 млн тоннаға яҡын. Һыу күтәрелештәре йылға буйлап 1000 км самаһы бейеклеккә үтеп керә. Инешенең бейеклеге диңгеҙ өҫтө тигеҙлегенән 110 м. Йылғаның ауышлығы — 0,016 м/км.

Амазонка һәм уның ҡушылдыҡтары 25 мең км-ҙан артыҡ оҙонлоҡтағы эске һыу юлдарының донъялағы иң эре һык системаларының береһен барлыҡҡа килтерә.

Океан суднолары Манаус ҡалаһына тиклем күтәрелә (тамағынан 1690 км).

Йылғаның төп порттары (түбәндән өҫкә табан): Белен, Сантарен, үпкә, Манаус (Бразилия), Икитос (Перу) [3].

Бассейн майҙаны Австралия менән сағыштырғанда бер аҙ бәләкәйерәк. Амазонканың төньяҡ һәм көньяҡ ҡушылдыҡтарында һыуҙың күтәрелеүе йылдың төрлө миҙгелдәрендә була. Был бер ни ҡәҙәр һыу кимәле тирбәлешен тигеҙләй, шуға күрә Амазонка йыл әйләнәһенә тулы һыулы була. Һыу күтәрелгәндә йылға киң далаларҙы баҫа, үтеп сыға алмаҫлыҡ һаҙлыҡтар барлыҡҡа килтерә.

Бразилия университеты ғалимдары йылғаның йәше 9 млн йыл тип билдәләй.

Флора һәм фауна үҙгәртергә

Амазония фауна һәм флораның байлығы менә гәжәпләндерә. Ғәйәт ҙур киңлектә үҫемлек һәм хайуандарҙың миллиондан артыҡ төрө йәшәй, һәм был урында һис тә арттырыуһыҙ, донъяның генетик фонды тип атарға мөмкин. Ғалимдар раҫлауынса, 10 км² тропик урманына сәскәләрҙең 1,5 төрө, ағастарҙың 750 төрө, имеҙеүселәрҙең 125 төрө, 400 төр ҡош һәм бихисап умыртҡаһыҙ хайуандар тура килә. Уларҙың күп төрө тасүирланмаған да һә идентификицияға инмәгән.

Амазонка бассейнында доньялағы иң ҙур дымлы тропик урман да йәйелеп ята. Был иҫкиткес тәбиғәтте 1799—1804 йылдарҙа Александр фон Гумбольдт Көньяҡ Америка буйлар сәйәхәт иткәндә яҙып ҡалдыра, ул был урманды гилееен (грекса «гилестон» — урман) дип атап тасуирлаған. Мәңге йәшел экваториаль урман климаты эҫе һәм дымлы; температура йыл буйынса 25-28 °C сиктәрендә тирбәлә, хатта төндә дә 20 °C тан түбән төшмәй. Яуым-төшөм иҫкитсес мул: йыллыҡ суммуһы 2000-4000 мм тәшкил итә, ҡайһы ваҡыт унан да артыҡ була. Урман эсе елһеҙ, тик ағас баштары ғына һелкенә. Ҡуйы япраҡтар һәм лианалар яҡтылыҡты үткәрмәй тийәрлек. Ҡотороп үҫкән үҫемлектәр хәрәкәтте ҡыйынлаштыра һәм ориентацияны бөтөнләй юғалта. Әҙ генә хәрәкәт итеү өсөн дә юлды ярырға кәрәк.

Оҙонлоғо йөҙәр метрға еткән тиҙ үҫә торған лианалар был урмандарға хас. Был үҫемлектәр ағас олонон һәм ботаҡтарын уратып алалар, өҫкә үрмәләп кәрәкле яҡтылыҡта табалар. Шунда уҡ тармаҡланып сәскә аталар һәм емеш бирәләр. Ағастарға үрмәләп үҫергә төрлө яймаҡтар (мыйыҡсалар, сәснскеләр, тырнаҡтар) булышлыҡ итә. Һыу ләләһе Victoria regia үҫемлек донъяһының ысын мөғжизәһе булып тора, ул шул тиклем ныҡлы, хатта кеше ауырлығын да күтәрә ала.

1933 йылда Белен районында Амазонка буйлап сәйәхәт иткән Николай Вавилов билдәләп үткәнсә, Амазонка ярҙары буйлап пальмаларҙың төрлөлөгө айырыуса күп, бында 800-гә яҡын төрө бар. Пальмалар ҙур төркөмдәр менән дә, айырым да үҫә. Ул былый тип яҙа:

«Был урындар ысын мәҡәнәһендә пальмалар батшалығы. Дрнъяла башҡа бер ерҙә лә бындай төрлөлөк, үҙгәреүсәнлек амплитудаһын күрергә мөмкин түгел. Һомғол олондары, өҫкә ҡарап торған ағас сатырҙары, зонтикка йәки һепетркегә оҡшаш емештәре иҫ китмәле. Улар барыһы ла тропиктарҙа бер ҡайҙа ла ҡабатланмай торған үҙенсәләекле ландшафт барлыҡҡа килтерә»[4]:156

 
Пираньялар

Йылғаға яҡын урындарҙа донъялағы иң ҙур кимереүсе, тән аурлығы 50 кг самаһы булған, диңгеҙ сусҡаларын хәтерләткән капибарҙы осратырға мөмкин. Һыу эсергә килгән хайуандарҙы яр буйында иң ҙур йыландар анакондалар һағалап тора. Был йыландар һыуҙа ла, ерҙә лә хайуандарҙы аулауҙар, хатта кайманда ла быуып үлтерәләр. Амазонканың бай хайуандар донъяһын сөсө һыу дельфиндары инея һәм нутрия ла байытып тора. Европала был йәнлекта мамыҡ фермаларында үрсетәләр. Амазонка ярһары буйында ауырлығы 200 кг-ға еткән иҫ киткес йөҙөүсе тапирана осратырға мөмкин. Йыш ҡына ул самкалылыр менән яр буйында йөрөй, япраҡтар, ағас ботаҡтары, емештәр һәм һыу үҫемлектәре менән туҡлана. Джунглиҙа иң ҡурҡыныс йәнлектәрҙең береһе, бесәйҙәр ғаиләһе вәкиле, һыуға сумарға ла һәләтле — ягуар. Гуарани ҡәбиләһе индеецтары уны «d’iaguar» тип атай.

Амазонка һәм уның ҡушылдыҡтары балыҡтарҙың төрлөлөгөнә ғәжәйеп бар, балыҡтарҙың 2 меңдән ашыу төрө йәшәй. Бында гуппи, меченосецлар, скаляриялар һәм бронялар кеүек популяр аквариум балыҡтары тереклек итә. Бары тик бында ғына тамбак балыҡтары (Colossoma macropomum) бар, улар һыуға төшкән емеш орлоҡтары һәм ағас емештәре менән туҡлана. Ике төрлө һулыш алыға һәләтле хайуандарҙың иң һуңға төрҙәренең береһе пропротоптертар ҙа осрай. Шулай уҡ оҙонлоғо бер метрға еткән, һыуҙан һикереп сығып һыу өҫтөндә эленеп торған бөжәктәрҙе йойтоусы араваналар тереклек итә. Пираньялар — Амазонканың иң билдәле тереклек эйәләре булып тора.13 — 40 см оҙонлоғондағы балыҡтар йыртҡыс тормош алып баралар һәм ғәйәт ҡомағайҙар. Йылғаны кисеүсе эре хайуандарға (йыландарға һәм имеҙеүселәргә) ла һөжүм итәләр. Пираньялар кешеләр өсөн дә хәүефле. Ҡан еҫен һиҙеп ҡалған балыҡтар төркөмө менән һөжүм итеп ҡорбандың ит кәҫәктәрен йоталар һәм ҡорбандың һөйәктәрн генә ҡалдыралар.

Яҫы башлы йәйен һәм харак кеүек балыҡтар йылға өҫтөндә ишетелерлек тауыштар сығара. Харак Амазонканың төп промысл балығы булып тора. Амазонкала «йырлай» тоҡан балыҡтарҙың күплеге һәм төрлөлөгө йылғаның избәс һәм төрлө серемтәләр менән болғансыҡ һыйлы булыуы менән аңлатыла. Бындай шарттарҙа балыҡтарға күреп аралашыу мөмкинлеге юҡ, шуға күрә улар тауыш ярҙамында аралаша[5].

Экологик проблемалар үҙгәртергә

Амазонка сельваһы — башҡаса тиңе булмаған экосистема. Был экосистемаға ағастарҙы күпләп киҫеү хәүефе янай. Йылға тамағы менән Манус йылғаһы араһындағы урындар бушап ҡалды. ХХ быуаттың 70-се йылдарында шаҡтй ғына урман булған урындар көтөүлектәргә әүрелдерелде. Был тупраҡтыҡ эрозияһына килтерә. Был биләмәләрҙә ҡырағай джунгли хәҙерге көндә юҡ. Киҫелгән йәки яндырылған урманды яңынан тергеҙергә тырышһалар ҙа, был урмандарҙа тереклектең күплелегенең бер өлөшө генә бар.

Урманды файҙаланыуҙан үҫемләктәрҙең һәм хайуандарҙың күпселеге юҡҡа сыға. Ptesonura brasilensis ҡамаһы хәҙер бик һирәк осрай. Юғалыусы төрһәр исемлегенә Rio Palenque ҡыҙыл ағасы ҡиммәтле мебель эшләй тоҡан палисандра ағасы ла эләккән.

Ағас киҫеү Амазонканың тропик урмандарын көсһөҙләндерә һәм киптерә. 2016 йылғы спутник күҙәтеүҙәре Амазонка урмандарында янғын 80 процентҡа артҡан тип күрһәтә[6].



  Был география буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ
Мөмкин булһа был иҫкәрмәне анығырағы менән алыштырырға кәрәк.

  1. 1,0 1,1 1,2 Ананичева М. Д Амазонка // Большая российская энциклопедия. Электронная версия : энциклопедия. — 2016.
  2. James J. Parsons, Alarich R. Schultz, Raymond E. Crist The length of the Amazon (инг.) // Encyclopædia Britannica online : энциклопедия. — 2018.
  3. New7wonders.com New7wonders.com. www.new7wonders.com. Дата обращения: 29 ноябрь 2018.
  4. Вавилов Н.И. Пять континентов / Н. И. Вавилов. Под тропиками Азии / А. Н. Краснов. — М.: Мысль, 1987. — 348 с.
  5. Морозов В. П. Занимательная биоакустика. Изд. 2-е, доп., перераб. — М.: Знание, 1987. — 208 с. + 32 с. вкл. — С. 26-30
  6. Горят тропические леса Амазонки: изменение климата не жалеет никого. Новость — 1 сентября, 2016 2019 йыл 17 сентябрь архивланған.