Алатуба
Алатуба
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Күгәрсен һымаҡтар
Ғаилә: Күгәрсендәр
Ырыу: Күгәрсендәр
Төр: Алатуба
Латинса исеме
Columba palumbus
(Linnaeus, 1758)
ITIS 177103
NCBI 8934

Алатуба (рус. вя́хирь, витю́тень, лат. Columba palumbus) — күгәрсендәр ырыуындағы ҡош.

Columba palumbus

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Йорт күгәрсененән байтаҡ ҙур. Дөйөм төҫө ҡуйы күкһел һоро. Ҡойроғоноң осо, яурындары, ҡанаттарындағы һыҙаттар ҡара. Күҙҙәре ҡара көрән, аяҡтары ҡара ғыҙыл, суҡышының осо һары, төбө ҡыҙыл. Күк күгәрсендән яурындарының ҡара таптары менән айырыла. Тауышы тоноҡ:"ху-хууу".

Йәшәгән урыны үҙгәртергә

Европа һәм Көнбайыш Себерҙең урта һыҙаттарында, Африканың төньяҡ көнсығышында йәшәйҙәр. Йәшәү регионына ҡарап ултыраҡ, күсмә һәм ярым күсмә ҡоштар. Башҡортостанда күсмә ҡош иҫәпләнә.Киң таралған. Ите өсөн аулайҙар. Ҡуйы урмандарҙа йәшәй. Ағас ҡыуыштарында, ҡайһы саҡ ағас баштарында оялай.

Туҡланыуы үҙгәртергә

Төрлө үлән һәм ағас орлоҡтары менән туҡлана.

Үрсеүе үҙгәртергә

2 бөртөк аҡ йомортҡа һала.

Диалекттарҙа әйтелеше үҙгәртергә

Ҙур күгәрсен, алатүбә, аладыуа, дәү күгәрсен, урман күгәрсене.

{{|sv}}